Бәхет алып киләм
Бәхет алып киләм Ярлылыҡтың юҡтыр сиктәре... Үҙ-үҙемә китә иҫтәрем. Аңһыҙмы мин әллә тиҫкәре? Таңым матур, йәмле кистәрем! Өҫтәлемдә йылы икмәгем! Икмәк бит һуң, нисек етмәһен? Беләбеҙ бит икмәк еҫтәрен! Өр-яңы май йылы икмәккә, Нишләп тағын шәкәр һипмәҫкә? Төшәме тим һеҙҙең иҫкә лә? Йылы икмәк... Маймы, ҡаймаҡмы?.. Эләктереп тышҡа таймаҡмы?.. Бала саҡ ул... Анааау яҡтамы Тороп ҡалды... Тауҙың артында, Кәрәкмәне мал да, алтын да. Тәрәнерәк итеп ал тын да, Йүгерәйек, әйҙә, шул яҡҡа – Барыһы ла етеш, мул яҡҡа. Кеҫәләрҙә икмәк валсығы, Бала саҡ ул — бәхет вальсымы?.. Ярлылыҡтың юҡтыр сиктәре... Үҙ-үҙемә китә иҫтәрем – Ҡасан икән шулай үҙгәрҙем?.. Иҫән-һаумын, шөкөр, өҫтәлдә Икмәгем бар, ни һуң өҫтәргә? Юғалтабыҙ донъя йәмдәрен, Юғалтабыҙ йәшәү тәмдәрен... Бала саҡтың тоғро дуҫҡайы, Иҫләйһеңме тауҙа ҡушҡайын?.. Бәхет алып киләм, ал сығып – Кеҫәләге икмәк валсығын!.. Фәнис Сирбаев