Ғәҙелбай ауыл клубында матур йолаларыбыҙҙың береһе - "Ил һағына баҫа егеттәр " исемле ...
Ғәҙелбай ауыл клубында матур йолаларыбыҙҙың береһе - "Ил һағына баҫа егеттәр " исемле һалдатҡа оҙатыу сараһы үтте.Беренсе булып ҡотлау өсөн һүҙ хаж ғәмәлдәрен үтәп ҡайтыусы ағинәй Рәйлә Ҡасҡыноваға бирелде.Ул егеттәргә изге теләктәре менән бергә зәм-зәм һыуынан да ауыҙ иттерҙе. Егеттәрҙе ауыл Советы депутаты Кәрим Яйыҡбаев,физик культура уҡытыусыһы Рәсих Йортбәков та тәбрикләне.Изге теләктәргә ҡушып "Шатлыҡ" вокаль ансамбле һәм мәҙәни ойоштороусы Гөлшат Ғәлина йыр бүләк итте. Буласаҡ һалдаттарға тәүге кәрәк- яраҡтар тапшырылды.Сара тәмле сәй табыны артында матур һөйләшеү менән тамамланды.