❗Башҡортостанда АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде
❗Башҡортостанда АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде Башҡортостан автозаправкаларында яғыулыҡты канистрҙарға тултырыуҙы тыйыу ғәмәлдән сығарыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо турала хәбәр итте. Был яғыулыҡ баҙарындағы хәлдең тотороҡланыуына бәйле.