‼Башҡортостанда 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде
‼Башҡортостанда 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде Республика хөкүмәте яңы йәшәү минимумдарын билдәләне. Был күрһәткестәр социаль пособиеларҙы һәм башҡа түләүҙәрҙе иҫәпләү өсөн ҡулланыла. 2027 йылдың 1 ғинуарынан йән башына йәшәү минимумы күләме — 18 002 һум. ✅Эшкә һәләтле халыҡ өсөн — 19 622 һум ✅Пенсионерҙар өсөн — 15 482 һум ✅Балалар өсөн — 17 462 һум Был нормалар 2027 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә ҡала.