🌙 Йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә ниндәй доғалар уҡырға? 🤲
🌙 Йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә ниндәй доғалар уҡырға? 🤲 🟢 Йоҡлар алдынан тәһәрәт алып, доғалар уҡып ятыу күңелде тынысландыра, йәнгә рәхәтлек бирә. Йоҡларға ятыр алдынан «Аятел-Көрси»ҙе, «Бәҡара» сүрәһенең һуңғы ике аятын уҡырға кәңәш ителә. Доғалар уҡып, үҙеңә өрөп өшкөрөргә лә мөмкин. Аллаһты иҫкә алып, тәсбих тартып, зекер әйтеп ятыу ҙа күңелгә тыныслыҡ бирә, йоҡлап китеүҙе еңеләйтергә мөмкин. 📿 Йоҡлар алдынан тәсбих тартыу: 🌿 33 тапҡыр — «Сөбханаллаһ» 🌿 33 тапҡыр — «Әлхәмдүлилләһ» 🌿 34 тапҡыр — «Аллаһу әкбәр» 🤲 «Аятел-Көрси» доғаһы: Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Аллааһү ләә иләәһә иллә һүәл-хәййүл-ҡаййүм. Ләә тәъхүҙүһүү синәтү-үә ләә нәүм. Ләһү мәә фис-сәмәәүәәти үә мә фил-әрд. Мәң ҙәл-ләҙии йәшфәғү ғиндәһүү илләә би иҙниһ. Йәғләмү мәә бәйнә әйдииһим үә мәә хальфәһүм. Үә ләә йүхиитуунә бишәйим-мин ғилмиһии илләә бимәә шәә. Үәсигә күрсиййүһүс-сәмәәүәәти үәл-әрд. Үә ләә йәүүҙүһүү хифҙуһүмәә. Үә һүәл-ғәлиййүл-ғәҙыйм. 🤲 Аллаһ Тәғәлә һәр беребеҙгә тыныс йоҡо, күңел тыныслығы, тән сихәтлеге насип итһен. Борсолоуҙарыбыҙҙы еңеләйтһен, төндәребеҙҙе имен, иртәләребеҙҙе хәйерле итһен! Әмин! 🤲 vk.ru/imanly_bul