Тек-тек килеп сәғәт һуға,
Тек-тек килеп сәғәт һуға, Моңһоу ғына йырын һуҙа. Ваҡыттарҙы һанай һанай Беҙҙең дә бит ғүмер уҙа. Тек-тек килеп сәғәт һуға, Ғүмер ебен һүтә-һүтә. Аҡбуҙатын мисәү алып Минең дә бит көҙөм үтә. Ваҡыт арбаһы йүгерә, Шағыр- шоғор тәгрмәстәр. Санаға ла атланыр саҡ, Мәлдәрем дә килеп етәр. Аҡ ҡырауҙар ята башҡа, Хәрәкәт тә һалмаҡлана. Ғүмерҙең дә көҙө үтер Ишек асып ҡыштарыма. Хәйҙәр Көмөшбаев.
157 просмотров