Кисә Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы ...
Кисә Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара ойошторолдо.Унда район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Дилә Мукаева етәкселегендәге Баймаҡ районы делегацияһы ла ҡатнашты. Республика аграрийҙарын Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Александр Шельдяев, Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов тәбрикләне, һөнәри байрамдары менән ҡотланы, юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы уҡытыусыһы Ринат Мөхәмәтйәров намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Дипломына лайыҡ булды."Экопродукт" ЯСЙ-һы директорының производство буйынса урынбаҫары Әлмира Аслаева Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Билдәле фермер, "Дилә" ЯСЙ-һы директоры Илдар Ғөбәйҙуллин, КФХ башлығы Сергей Касьянов һәм Ишбирҙе ветучасткаһының ветфельдшеры Ләйлә Юнысова "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Хеҙмәт ҡаһармандарын ысын күңелдән ҡотлап, артабанғы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!