Милли йолалар менән биҙәлгән оло байрам! ✨
Милли йолалар менән биҙәлгән оло байрам! ✨ Йәш ғаилә ҡороу — тормошобоҙҙоң иң тулҡынландырғыс һәм яуаплы мәле. Ауылыбыҙҙа үткән никах туйы ысын халыҡ хазинаһына әүерелде, сөнки унда ижад ҡайнаны! «Дарман» ансамбле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғанда уҡ барыһына ла байрам кәйефе бүләк итте. Уларҙың йырҙарынан йөрәктәр елкенде! Ә йәш килен һыуға барғанда «Талҡы килендәре» тамаша күрһәтте! Был йола ҡыҙҙарҙың үҙенсәлекле бейеүҙәре менән яңыса яңғыраны. Байрамды ошондай юғары кимәлдә биҙәгәнегеҙ өсөн һәр берегеҙгә рәхмәт! Ғилман һәм Гөлфинә! Бөгөнгө матур йолалар менән башланған берлектәге тормош юлығыҙ бәхетле, сәләмәт һәм мөхәббәтле булһын. Никах туйығыҙ ҡотло, сәләмәтлегегеҙ ныҡлы, ғаилә усағығыҙ мәңге һүнмәҫлек булһын! Ишбирҙе ауыл клубы төркөмөнән.