Перейти к содержимому
Максиметер

Ишей ауыл мәҙәниәт йортонда "Ҡайнатмафест" байрамы үткәрелде. Сарала ауылыбыҙҙың уңған ...

Ишей ауыл мәҙәниәт йортонда "Ҡайнатмафест" байрамы үткәрелде. Сарала ауылыбыҙҙың уңған инәйҙәре ҡатнашты. Йәй миҙгелендә һәр хужабикә төрлө емештәр йыйып, ҡайнатмалар әҙерләй. Инәйҙәр үҙҙәре әҙерләгән ҡайнатмаларҙы килтергәндәр , күҙҙең яуын алып торған матур һауыттарҙа еләк, сейә, алма, ағас еләге, ҡарағат, груша өҫтәлдә теҙелгәндәр. Һәр кем ниндәй емештәрҙән ,ҡайнатмаларҙы нисек эшләүҙәре, ниндәй файҙаһы барлығы хаҡында һөйләне , ҡайнатмаларға дегустация үткәрелде. Емеш- еләктәр хаҡында йомаҡтар әйтештеләр. "Инәйҙәр емеш йыйғанда" флешмобында ҡатнаштылар. Артабан һәр кемгә номинациялар билдәләнде."Иң боронғо рецепт" ҡайнатмаһы - Алтынбикә Ҡарасурина, "Иң ғәҙәти булмаған" ҡайнатма - Илүзә Абдрахманова," Иң хуш еҫле "ҡайнатма - Лилиә Сәфәрғәлина, "Иң серле ҡайнатма " - Зәйтүнә Ғарифуллина, " Иң тәмле ҡайнатма" - Әлфирә Абдуллина, "Иң баллы ҡайнатма" Вәлимә Баймөхәмәтова билдәләнде.Сара һуңында хуш еҫле сәй һәм ҡайнатмалар менән һыйландыҡ. Матур байрамға килеүселәргә , ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Гел шулай берҙәм булайыҡ!Афарин инәйҙәр! Миңзифа Ишдәүләтова.

105 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

559 подписчиков · Новости

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.