🇷🇺Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!
🇷🇺Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән! Байрам айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова Башҡортостан халҡына түбәндәге ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе: Бөгөн – бар гражданлыҡ йәмғиәте өсөн оло байрам, быуаттар буйына дауам иткән ватансылыҡ йолалары, халыҡтың берҙәмлегенә һәм берәгәйлегенә хөрмәт күрһәткән көн. Дәүләтебеҙҙең күп быуатлыҡ тарихында тап берҙәмлек, Ватан алдындағы бурыс төшөнсәһе һәм бер-беребеҙгә ҡарата туғанлыҡ мөнәсәбәте халҡыбыҙға иң ауыр һынауҙарҙан еңеүсе булып сығырға ярҙам иткән. Тап шулай, Рәсәйҙә бер ғаилә булып йәшәгәндә, бер-беребеҙгә ярҙам иткәндә беҙ һәр саҡ еңеүсе буласаҡбыҙ. Тарихи йәһәттән Башҡортостан күп милләт вәкилдәренең тыуған йортона әүерелгән. Тыуған ергә һөйөү, тәрән рухи һәм тарихи традициялар, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтенә һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә хөрмәт быуындан-быуынға һаҡсыл тапшырыла килә һәм Ватаныбыҙҙың тотороҡлолоғо, сәскә атыуы нигеҙе булып хеҙмәт итә. Бөгөн был мөһим ҡиммәттәр бөйөк илебеҙҙең үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге араһында ныҡлы күпер булдырған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы милләт-ара татыулыҡты һаҡлауға йүнәлтелгән бик күп проекттарҙы тормошҡа ашыра. Беҙ бының дәүләт, йәмәғәт ойошмалары һәм һәр беребеҙҙең дөйөм бурысы икәнлеген аңлайбыҙ. Тап бергәләп Рәсәйҙең лайыҡлы киләсәген тәьмин итәсәкбеҙ. Ватанға, үҙ-ара ярҙам, хеҙмәттәшлек һәм тыныслыҡ идеяларына тоғролоҡ рәсәйҙәрҙең бөтә быуындарын берләштерә. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, республикабыҙ һәм илебеҙ мәнфәғәте өсөн барлыҡ эштәрҙә уңыштар теләйем!
Канал в каталоге Максиметера
561 подписчиков · Новости