✅Яҡшылыҡ итергә ҡулыңдан килмәһә, уҫаллыҡ итмә: был да бер яҡшылыҡ.
✅Яҡшылыҡ итергә ҡулыңдан килмәһә, уҫаллыҡ итмә: был да бер яҡшылыҡ. ✅ Ҡомһоҙлоҡто бер ишектән индерһәң, бәхетең икенсе ишектән сығып китер. ✅ Тыйнаҡтың ҡулы эшләр, маҡтансыҡтың теле эшләр. ✅ Берәү — йән дуҫың, берәү — мал дуҫың. ✅ Көслө яман түгел — үсле яман. ✅ Һиңә бирелгән ике ҡолаҡ, бер тел: ике тыңла, бер һөйлә, ҡалғанын үҙең бел. ✅ Алтының менән маҡтанма, аҡылың менән маҡтан. ✅ Кешене хур тотма, үзеңде ҙур тотма. ✅ Эйелмәгәнгә бөгөлмә. ✅ Кешегә ҡәҙерле булғың килһә, үҙең ҡәҙер күрһәт. ✅ Ауырлыҡ күрмәй — еңеллек булмай. ✅ Үҙ малыңды аҙһынма, кеше малын күпһенмә. ✅ Кешене күҙәт тә үҙеңде төҙәт. ✅ Һүҙ ҡыуған — ҡаҙалы, эш ҡыуған — ҡаҙналы. ✅ Аҙ һөйләһәң — күп ишетерһең. ✅ Дегәнәк араһында үҫкән сәскәнән һаҡлан. ✅ Яҡшы кеше — күргән яҡшылығын һөйләр, ✅Яман кеше — күргән яҡшылығын да яманлыҡ итеп һөйләр.
Канал в каталоге Максиметера
560 подписчиков · Новости