❓Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә видеоһорау яҙҙырырға теләйһег...
❓Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә видеоһорау яҙҙырырға теләйһегеҙме? 📹 Һорауҙар 2026 йылдың 10 ноябре сәғәт киске етегә тиклем ҡабул ителә. Видео яҙҙырыу тәртибен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 🔹 тәүҙә исем-фамилияғыҙҙы, атайығыҙҙың исемен, ауыл йәки ҡала, районығыҙҙы әйтегеҙ, артабан һорауығыҙҙы бирегеҙ; 🔹 видеояҙманың оҙонлоғо бер минуттан да артыҡ булмаһын; 🔹 видеоны яҡты бүлмәлә яҙҙырығыҙ. Һорау биреүсенең йөҙө асыҡ күренһен, күләгә төшмәһен; 🔹 тәҙрә, лампа йәки башҡа көслө яҡтылыҡ сығанаҡтарына ҡаршы төшөрмәгеҙ; 🔹 видеоһорауҙы яҙҙырғанда йәиһә телефондың алғы камераһына селфи режимында төшөргәндә, телефонды горизонталь тотоғоҙ. Һелкетмәгеҙ; 🔹 видеоны урамда төшөрһәгеҙ, һеҙҙең тауыш яҡшы ишетелергә тейеш. Мөмкин булһа, микрофон ҡулланығыҙ; 🔹 һорауҙы бер нисә кешенән торған төркөм бирһә, һәр кемдең йөҙө асыҡ күренһен, тауышы яҡшы ишетелһен; 🔹 видеоны планды үҙгәртмәйенсә төшөрөгөҙ, ебәрер алдынан монтажламағыҙ; 🔹 яҙмаға музыка һалмағыҙ. Сит тауыштар булмаһын; 🔹 видео аҙағында мотлаҡ һорауҙың Радий Хәбировтың 2026 йылдағы тура бәйләнеше өсөн икәнен әйтегеҙ. 📌 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш 2026 йылдың 11 ноябрендә киске сәғәт етелә башлана. Күрмәй ҡалмағыҙ! Ҡарағыҙ, ҡатнашығыҙ! 16:31
Канал в каталоге Максиметера
1 048 подписчиков · Новости