Уҙған йомала Белорет районының Ҡағы ауылы янындағы Ағиҙел ҡушылдығы — Ҡағы йылғаһына «С...
Уҙған йомала Белорет районының Ҡағы ауылы янындағы Ағиҙел ҡушылдығы — Ҡағы йылғаһына «Салауат» компанияһы тарафынан ойошторолған экологик акция сиктәрендә предприятие «Главрыбвода» белгестәре менән берлектә йылғаға 10 мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрҙе. Өс грамм ауырлыҡтағы селбәрәләрҙе Белорет районына Пермь өлкәһендә урынлашҡан балыҡсылыҡ заводынан махсус транспортта алып килгәндәр. «Главрыбвода» белгестәре билдәләүенсә, уҡбалыҡ борон-борондан «батша балығы» һаналған, уның менән бай һәм затлы ҡунаҡтарҙы һыйлағандар. Был төр балыҡтарҙы үрсетеү өсөн Ағиҙел ҡушылдығы — Ҡағы йылғаһы осраҡлы һайланмаған. «Росрыболовство» институты белгестәре фекеренсә, һайланған балыҡ тотоу урыны бикре төрҙәре өсөн бик уңайлы: Ҡағы йылғаһында һыуҙың оптималь температураһы, интенсив ағымы һәм мул аҙыҡ сығанағы бар. Бындай башланғыстар Башҡортостандың таулы йылғаһы флораһын һәм фаунаһын һаҡлап ҡалырға ғына түгел, ә бөтә өлкәнең экологик именлеген яҡшыртырға ярҙам итәсәк.