Әбйәлил ҡыҙҙары – сәхнә йондоҙҙары 👏👏👏
Әбйәлил ҡыҙҙары – сәхнә йондоҙҙары 👏👏👏 Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистарының сығышына бөтә район халҡы йыйылды тиһәк тә, яңылышмабыҙ. Асҡар, Байым, Таштимер, Ҡырҙас, Амангилде, Хәлил һәм башҡа ауылдарҙан килгән тамашасылар менән район мәҙәниәт йорто шығырым тулы ине. Тамашасылар артистарҙы оҙаҡ ҡына сәхнәнән ебәрмәй, алҡышлап оҙатты. Спектаклдә үҙебеҙҙең яҡташтарыбыҙҙы күреү икеләтә ҡыуаныслы булды. Хәлил ауылы ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы Дамира Амангилдина-Сәйфетдинова Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында 23 йыл эшләгәндән һуң, бына инде 12 йыл Стәрлетамаҡ театрында ижад юлын емешле дауам итә. Туйыш ауылы ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм халыҡ артисткаһы Физәлиә Рәхимова репертуарында илебеҙ һәм сит ил авторҙары әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙәге оҫта башҡарылған ролдәре менән билдәле. Ул 30 йылдан ашыу ошо коллективта һоҡланырлыҡ ижад юлын үтә. Шуныһы ҡыуаныслы, алмашҡа йәш артистарыбыҙ ҙа үҫеп килә. Северный һәм Йәнгел ауылдары һылыуҙары Нәркәс Йосопова һәм Камилла Камалова матур ролдәр башҡарып, талантлы шәхестәрҙән тәжрибә алып, ижад ҡанаттарын нығыталар. Спектаклдә билдәле блогер Фәнил Ҡарасуринды ла тамашасылар йылы ҡаршыланы, ул тыуҙырған ҡыҙыҡлы персонаждарҙы күптәр яратып ҡарай. "Любовь и голуби" фильмын электән белгәндәрҙең дә, тәү "Мөхәббәт һәм күгәрсендәр" спектаклендәге мөхәббәт тарихы тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Артистар онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы, уларға ижади уңыштар теләйбеҙ!🔥💯👍👏👏👏