🦅🦅🦅 “Орлята России” программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылыусы “Ҙур ғаилә уйындары” ...
🦅🦅🦅 “Орлята России” программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылыусы “Ҙур ғаилә уйындары” республика конкурсының муниципаль этабы быйыл Дәүләт урта мәктәбендә үтте. Сараны район мәғариф бүлеге “Баласаҡ навигаторҙары” һәм райондың “Хәрби-патриотик спорт үҙәге” ойошмалары менән берлектә ойошторҙо. Ҙур ғаилә уйындары Әбйәлилдән иң шәп 12 ғаиләне берләштерҙе. Улар “Орлята России” программаһына ярашлы һынауҙарҙа ҡатнашты. Көслө дәғүәселәр ҡатнашҡан көсөргәнешле ярышта Асҡарҙан Носратовтар ғаиләһе еңеү яуланы. Йәнгел ауылынан Зариповтар икенсе урынға сыҡты. Өсөнсө урынға Сиҙәмдән Абдуллиндар лайыҡ булды. Ҡалған ғаиләләр – Асҡарҙан Аҡназаровтар, Таштимерҙән Дауытовтар, Дәүләттән Лоҡмановтар, Рәхмәттән Ғайсиндар, Ташбулаттан Рәхмәтуллиндар, Әбделмәмбәттән Ильясовтар, Байымдан Ғилметдиновтар, Михайловканан Поповтар, Ҡаҙмаштан Мостафиндар төрлө номинацияларҙа еңеүсе булды. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды.