Райондың егеттәре армия сафына оҙатылды
Райондың егеттәре армия сафына оҙатылды Көҙгө саҡырылыш дауам итә. 11 октябрҙә беренсе төркөмдө оҙатҡан булһаҡ, бөгөн тағы ла 13 егет армия сафына баҫты. Хәрби комиссариатта үткән тантаналы сарала хәрби комиссар вазифаһын башҡарыусы Максим Гребенщиков егеттәргә аҡ юл теләне. Ул һәр береһенә район исеменә тап төшөрмәй, намыҫлы хеҙмәт итеүҙәрен һәм тыуған йорттарына имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп оҙатып ҡалды. Егеттәребеҙгә еңел хеҙмәт, ныҡлы рух һәм именлек теләйбеҙ! Юлығыҙ уң булһын, егеттәр!