Район үҙәк китапханаһында “Ете ҡыҙ” йәмғиәт ойошмаһының яңы проекты - республика районд...
Район үҙәк китапханаһында “Ете ҡыҙ” йәмғиәт ойошмаһының яңы проекты - республика райондары буйлап яугир әсәләре, ҡатындары һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары менән осрашыуға йүнәлтелгән сара үтте. Ойошма етәксеһе, яҡташыбыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир ҡатыны Ләйсән Рабаданова ойошманың эшмәкәрлеге менән таныштырып үтте. Сибай ҡалаһынан шулай уҡ яугир ҡатыны Диана Ирғәлина ла хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙе эҙләүҙә туплаған тәжрибәһе менән уртаҡлашты, кәңәштәр бирҙе. Доцент, фәндәр кандидаты, психолог һәм регрессолог Гөлнәзирә Йәнтүринаның сығышы һәр бер яралы йөрәккә майҙай яғылды. Уның файҙалы кәңәштәрен һәр кем йотлоғоп тыңланы һәм тағы ла осрашырға теләүҙәрен белдерҙе.