Йәнгел мәктәбендә тәҙрәләр яңыртылды
Йәнгел мәктәбендә тәҙрәләр яңыртылды Мәктәпте төҙөкләндереү эштәренә «Цемикс» ЯСЙ-һы 500 000 һумлыҡ ярҙам йүнәлткән. Завод мәктәптә уңайлы шарттар булдырыуҙа икенсе йыл рәттән ярҙам итә.Мәктәп коллективы, уҡыусылар һәм ата-әсәләр мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам иткәне өсөн район хакимиәте башлығы Айрат Әминевҡа һәм «Цемикс» заводы директоры Самат Тарыбаевҡа ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Мәктәп яңы тәҙрәләр менән тағы ла матурыраҡ, яҡтыраҡ булып балҡый. Изгелегегеҙ үҙегеҙгә мең тапҡыр әйләнеп ҡайтыр 🤝💯🔥