Район балалар китапханаһында балалар яҙыусыһы Нәсимә Мағаз ҡыҙы Ғайсинаның “Китап” нәшр...
Район балалар китапханаһында балалар яҙыусыһы Нәсимә Мағаз ҡыҙы Ғайсинаның “Китап” нәшриәтендә яңы ғына сыҡҡан "Тылсымлы ҡар бөртөктәре" тип аталған китабының исем туйы үтте Унда Асҡар урта мәктәбенең 3 А класы уҡыусылары, уларҙың класс етәкселәре Дилә Хәйретдинова, башҡорт теле уҡытыусыһы Рәйлә Ильясова ҡатнашты. Балалар өсөн тәғәйенләнгән китап авторҙың бишенсе ижад емеше. Сарала балалар Нәсимә Мағаз ҡыҙының шиғырҙарын уҡыны, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар тыңланы. Автор үҙе әкиәттәре һәм хикәйәләре тупланған китабы менән таныштырҙы, балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Яңы китап уҡымлы булыр тип ышанабыҙ һәм Нәсимә апай Ғайсинаға һүрелмәҫ ижад ҡомары теләйбеҙ.