Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Рөстәм Мәүлетдиновтың тәрбиәләнеүселәре - Сиҙәм ...
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Рөстәм Мәүлетдиновтың тәрбиәләнеүселәре - Сиҙәм ауылы урта мәктәбе уҡыусылары Учалыла бокс буйынса Республика көнөнә арналған беренселектә ҡатнашты. Турнирҙа 100-ҙән ашыу көслө спортсы ҡатнаша, конкуренция етди була, әммә беҙҙең боксерҙар бик яҡшы әҙерлек кимәле күрһәтә һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Беренсе урынды Әҙел Баһауетдинов, Алексей Азанов, Диана Мәүлетдинова һәм Арина Ҡотлоәхмәтова яулай. Икенсе урынға Кирилл Азанов, Рамаҙан Агишев, Денис Малыбаев, Марат Ҡорманғәлинов, Малик Абдуллин, Эльвина Мөстәҡимова сыға, өсөнсө урынды София Сафиуллина һәм Рузил Әбдрәев ала. Мәктәп коллективы, уҡыусылар балаларҙың юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүе менән ғорурлана һәм тренерға, ата-әсәләргә рәхмәт белдерә. Афарин!