Шушпала Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөүҙең әүҙем фазаһы башланды. “Урал - Сервис – Групп...
Шушпала Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөүҙең әүҙем фазаһы башланды. “Урал - Сервис – Групп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ваҡытлыса күпер төҙөүгә тотондо. Был быйылғы миҙгелдә лә халыҡҡа хәүефһеҙ йөрөү мөмкинлеген бирә. Хакимиәт башлығының төҙөлөш, архитектура һәм юл эшмәкәрлеге буйынса беренсе урынбаҫары Сергей Поляков подрядсы менән объектта уҡ производство кәңәшмәһе үткәрә. Әлеге ваҡытта ваҡытлыса күпер яртылаш әҙер. Был ҡоролма капиталь объектты төҙөгәндә йылғаның ике ярында ла махсус техника эшләү өсөн кәрәк. Яңы күпер уңайлы һәм ышаныслы буласаҡ.Нигеҙе - тимер-бетондан, япмаһы - асфальт-бетон, киңлеге 6 метрҙан ашыу. Оҙонлоғо - 77 метр. Төп күперҙе 2026 йыл аҙағында тапшырыу планлаштырыла. Яңы ҡоролма район территорияһын тоташтырыусы ышаныслы транспорт артерияһы буласаҡ.