Башҡортостанда «Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың ҡайһы бер маркалар...
Башҡортостанда «Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың ҡайһы бер маркалары һәм дизель 50 тингә ҡиммәтләнгән. 2026 йылдың башынан хаҡ ун өсөнсө тапҡыр арттырылды. 26 майҙан АИ-100 бензинының бер литры - 88,45 һум. Әйткәндәй, һуңғы тапҡыр уның хаҡы март уртаһында ғына күтәрелгәйне (+30 тин). Дизель яғыулығының бер литры 75,90 һум тора. Солярка 1,3 һумға ҡиммәтерәккә һатыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уның да хаҡы 19 майҙа 50 тингә артҡайны. «Лукойл» заправкаларында АИ-100 бензины – 95,81 һум, дизель 76,92 һум тора, тип яҙалар russiabase.ru сайтында.