Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегендә Рәсәй Федерацияһы эске эштәр...
Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегендә Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдары ветерандары көнөнә арналған тантаналы кәңәшмә үтте. Бүлек начальнигы, полиция полковнигы Тимур Сәйетгәрәев отставкалағы милиция майоры Сәмиғулла Ильясовты “Ветерандар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн” һәм “Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының пост-патруль хеҙмәтенә 100 йыл” миҙалы, отставкалағы милиция полковнигы, район буйынса эске эштәр бүлегенең милиция һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса участка вәкилдәре бүлегенең элекке начальнигы Рәил Ғәлиуллинды “Ветерандар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн” миҙалы, отставкалағы өлкән прапорщик Сергей Филимоновты “Ветеран эше активисы” иҫтәлекле миҙалдары менән бүләкләне. Тулыраҡ https://ural-rb.ru/articles/r-smi-b-lek/2026-05-25/berlekt-ge-esh-mt-le-4698946