Республика башлығы Радий Хәбиров Салауат районындағы янғында һәләк булыусылар ғаиләһене...
Республика башлығы Радий Хәбиров Салауат районындағы янғында һәләк булыусылар ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәрен ентекле тикшерергә ҡушты. Ут сыҡҡан мәлдә бер ҡыҙ һәм ике малай өйҙә яңғыҙ булған. Янғын Яңы Ҡаратаулы ауылының Йүрүҙән урамында теркәлгән. Янғын һүндереүселәр килеп етеүгә, ағас йортто ялҡын ялмап алған була. Ут һүндерелә, емереклектәр араһында 6, 8 һәм 11 йәшлек балаларҙың кәүҙәләре табыла. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Фажиғә буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү барышында бәлиғ булмағандар тураһындағы ҡануниәт һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптары үтәлешенә баһа бирелә.