Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеү!
Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеү! Өфөнөң "Башҡортостан" дәүләт концерт залында социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Һөнәри байрам менән йыйылыусыларҙы республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова ҡотланы. Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары, спорт министры Руслан Хәбибов 2026 йылда социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә Бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ конкурсының төбәк этабында "Балалы ғаиләләргә, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балалар тәрбиәләүселәргә комплекслы ярҙам күрһәтеүҙең иң яҡшы тәжрибәһе" номинацияһында еңеүсе - "Ғаилә" көнсығыш район-ара үҙәгенең мәҙәни ойоштороусыһы Инзира Ишморатоваға награда тапшырҙы. Инзира Ильяс ҡыҙын Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында беренсе урын яулауы менән ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең еңеүгә ынтылышығыҙ һәр беребеҙ өсөн илһам сығанағы булып тора. Яңы ижади үрҙәр яулауығыҙҙы һәм финалда сағыу сығыш яһауығыҙҙы теләйбеҙ! Был еңеү бөйөк ҡаҙаныштарығыҙ китабының беренсе бите генә булһын. Сығанаҡ: "Ғаилә" көнсығыш район-ара үҙәге.