Өфө халыҡ традицияларының баш ҡалаһына әүерелде: бында III Бөтә Рәсәй балалар Фольклори...
Өфө халыҡ традицияларының баш ҡалаһына әүерелде: бында III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһы тантаналы асылды. 🇷🇺 Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында был күләмле байрам илебеҙҙең 78 төбәгенән мең йәш талантты үҙенә йыйҙы. Милли кейемдәрҙәге сағыу парад һәм Совет майҙанындағы асыу тантанаһы Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән килгән вәкилдәрҙе берләштергән был олуғ ваҡиғаға күтәренке рух өҫтәне. Фольклориаданың тәүге көнөндәге сағыу кадрҙар менән һеҙҙең менән дә уртаҡлашабыҙ. Видео: III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһының матбуғат хеҙмәте.