🦟 Аҡ ҡанатлылар (белокрыльник) - теплица өсөн бәлә!
🦟 Аҡ ҡанатлылар (белокрыльник) - теплица өсөн бәлә! Үҙе бәләкәй генә, аҡ төҫлө, күҙгә лә әллә ни салынмай... Әммә уңышҡа зыян килтерә. Иң ҡыйын яғы - был еҫ «супер себен» төрлө препараттарға тиҙ өйрәнә. Ләкин уға бирешергә ярамай! ✅ Иң тәүҙә япраҡтарҙағы бөжәктәрҙе һыу йәки туҡландырыу эретмәһе менән йыуып төшөрөгөҙ. 💦 Шунан һуң тупраҡты еңелсә генә (яҡынса 2 см тәрәнлектә) йомшартып, өҫтөнә яңы ер һибегеҙ. ✅ Теплица буйлап һары төҫтәге йәбешкәк тоҙаҡтар элеп ҡуйығыҙ. Аҡ ҡанатлы бөжәк һары төҫтө бик ярата һәм ундай тоҙаҡтарға тиҙ эләгә. Тоҙаҡтарҙы һәр 2 аҙна һайын алыштырып тороу яҡшы. ✅ Ҡыяр, ташҡабаҡ (кабачки) һәм патиссондарҙы һәр 10 көн һайын «Бутон» препараты эретмәһе менән бөркөп торорға мөмкин. Был үҫемлектәрҙе ҡоротҡос өсөн аҙыраҡ йәлеп итерлек итә. ✅ Шулай уҡ һыналған саралар ҙа яҡшы ярҙам итә: «Искра» «Циркон» «Карбофос» ❗ Ҡулланғанда мотлаҡ инструкцияны үтәгеҙ! Баҡсасылар ябай ғына дарыухана препараты — «Бензилбензоат»ы ла маҡтай. 📌 25 мл препаратты 1 литр һыуға ҡушып, япраҡ өҫтөн эшкәртәләр. Эшкәртеүҙе 3 көн арауыҡ менән 3 тапҡыр үткәрергә мөмкин. 🌱 Иң мөһиме - проблеманы ваҡытында күреү. Аҡ ҡанатлылар бик тиҙ үрсей, шуға күрә көрәште иртәрәк башлаһағыҙ, уңышты һаҡлап ҡалыу еңелерәк булыр. ❓Һеҙҙе аҡ ҡанатлылар йонсотамы? Тәжрибәгеҙ менән бүлешегеҙ