Уҙған шәмбелә Асы мәктәбе үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Уҙған шәмбелә Асы мәктәбе үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Бер быуатлыҡ мәктәп йылъяҙмаһыБер быуатлыҡ мәктәп йылъяҙмаһы Бер быуатлыҡ мәктәп йылъяҙмаһы Башланғыс мәктәп 1926 йылда эш башлай. Әммә архив мәғлүмәттәре буйынса ул 1913 йылда мосолмандар мәктәбе булараҡ асылған һәм унда төрлө йәштәге балалар уҡыған. Бөйөк үҙгәрештәр йылдары артта ҡалып, ил яңы тормош төҙөгәндә, наҙанлыҡты бөтөрөү өсөн көрәш тәүге урында тора. Парта артына балалар ғына түгел, өлкән йәштәгеләр ҙә белем көҫәү өсөн ултыра. Ул заман уҡытыусыларын ысын мәғәнәһендә герой тип атарға була. Электр уты булмағас, шәм һәм кәрәсин лампаларын яндырып, ҡулдан яҙылған дәреслектәр аша улар хәрефтәрҙе танырға, уҡырға һәм яҙырға өйрәтә. Тик барыһы ла ыңғай ғына бармай, 1941 йылдың тыныс таңын дәһшәтле һуғыш һыҙып ташлай, киләсәккә булған өмөттәрҙе селпәрәмә килтерә. Мәктәп уҡытыусылары, өлкән класс уҡыусылары, китап-дәфтәрҙәрен ҡоралға алмаштырып, фронтҡа, илен фашистарҙан һаҡларға китә. Һуғыш йылдарының ауырлыҡтарына, аслыҡҡа ҡарамай, мәктәп үҙ эшен дауам итә. Өҫ-башҡа, аяҡҡа кейергә кейем, яҙырға дәфтәр-ҡәләмдәр булмаһа ла, һыуыҡ, өшәнес кластарҙа һәр кем белем алырға тырыша. Улар ҡоромдо ебетеп, ҡара яһайҙар, гәзит ситтәрен дәфтәр итеп ҡулланалар. Ул йылдарҙа уҡытыусыларҙан Вәсилә Шаһап ҡыҙы Йәрмөхәмәтова ғына тороп ҡала. Ул бар көсөн уҡытыусылыҡҡа бирә, ҡышҡы сатнама һыуыҡта хатта балаларҙы өйөнә алып ҡайтып уҡыта. Биби әбей иһә мәктәптә ут яғыусы булып эшләй. Һуғыштан яраланып ҡайтып, тәүге көндән мәктәпкә эшкә килгән Әликбай Йосопов, Йомабай Абзалов, Муллаян Ғәлиев, Ғоморҙаҡ Асҡаровтың исемдәре мәктәптең тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылып ҡуйылған. Тулыраҡ https://ural-rb.ru/articles/m-arif/2026-07-02/ber-byuatly-m-kt-p-yyl-ya-ma-y-4739153