САМАУЫР СӘЙЕ
САМАУЫР СӘЙЕ Эҫе, ҡайнар самауырҙың, Эсендә ҡыҙыу күмер. Тәмле сәйҙәр эсеп кенә, Үтһәсе беҙҙең ғүмер. Өҫтәл түрен биләп алған, Ҙур самауыр күмерле. Берҙәм булып сәйҙәр эсеү, Ниндәй рәхәт, күңелле. Самауырҙың сәйҙәренән, Бер нимә юҡтыр тәмле. Самауырҙар шыжлап торһа, Өйҙөң эстәре йәмле. Самауырҙан сәйҙәр эсһәң, Тирләп китә маңлайҙар. Һөйләһе юҡ, яҙаһы юҡ, Күптәребеҙ аңлайҙар! Йәмил Ҡотлогилдин.