🚘 Башҡортостан буйлап сәйәхәт итәбеҙ. Белоретҡа барабыҙ!
🚘 Башҡортостан буйлап сәйәхәт итәбеҙ. Белоретҡа барабыҙ! Белорет районының тәбиғәт хозурлығы республикабыҙҙан ситтә лә билдәле. Улар араһында мөһабәт Ирәмәл, Атыш шарлауығы, Ҡырака һырты, Шәреташ һәм тағы ла шул тиклем күп нәмәләр бар. Әммә беҙ ял көндәрендә Белоретҡа барып, сәнәғәт ҡалаһының иҫтәлекле урындарын ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. 🌊Белорет һыуһаҡлағысы XVIII быуаттың икенсе яртыһында Белорет тимер етештереү заводы ихтыяждары өсөн Ағиҙел йылғаһында яһалма һыу ятҡылығы булдырыла. Һуңынан завод тирәләй Белорет ҡалаһы үҫә. Хәҙер һыуһаҡлағыстың яры ял итеү өсөн төҙөкләндерелгән. 🗼Һыу ҡыуҙырыу башняһы 1916 йылда төҙөлгән тарихи архитектура мираҫының сағыу ҡомартҡыһы. Белорет тимер етештереү заводы аҡсаһына "Вогау һәм Ко" фирмаһының немец проекты буйынса төҙөлгән. Ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән, тәҙрәле күп ҡырлы бүрәнә өҫтәмә ҡоролма менән тамамланған (бельведер). Үрге ауыл йорттарын һыу менән тәьмин итә, һыуҙы быуанан алалар. Башня 1956 йылға тиклем эшләй ҡалала иң бейек ҡоролма була, уның бейеклеге 18 метр тәшкил итә. 🚂Тар колеялы паровоз Паровоз Белорет районының күп кенә ҡасабаларын берләштергән, ҡасандыр ҡеүәтле Белорет тар колеялы тимер юлы тураһында сағыу иҫкәртеү булып тора. Паровоз 1953 йылда ГДР-ҙың Бабельсберг ҡалаһында сығарыла. Завод-етештереүсе сифатында «Оренштайн һәм Коппель» предприятиеһы һайлана, ул 1948 йылдың 15 июлендә Карл Маркс исемендәге локомотивтар эшләү заводы тип атала башлай. 1962 йыл аҙағында паровоз депонан сығарыла, ә 1982 йылда тимер юлының 70 йыллығына тимер юл цехы эргәһендәге постаментҡа ҡуйыла. 2022 йылда ҡалаға инеү урынында яңы майҙансыҡҡа күсерелә. 🌉Тимер күпер Ҡаҫлы ҡойоу күпере, унан быуа һәм шлюздар, фонтан һәм XlX быуат аҙағында - XX быуат башында төҙөлгән завод идаралығы бинаһы күренә. Иван Твердышев һәйкәле Сембер эшҡыуары Иван Борисович Твердышевты Белоретта ҡалаға нигеҙ һалыусы булараҡ хөрмәт итәләр. 2012 йылда ҡаланың 250 йыллығы уңайынан Ағиҙел буйында ике ярым метр бейеклектәге таяҡҡа таянып торған сауҙагәр һәм сәнәғәтсе скульптураһы ҡуйылған. Фигураны билдәле Ҡаҫлы художестволы ҡойоу заводында эшләйҙәр.