🗓️1 июлдән ниндәй үҙгәрештәр көтә?
🗓️1 июлдән ниндәй үҙгәрештәр көтә? 📌 Бөгөн илдә айырым категория граждандарға социаль түләүҙәр арта. Үҙгәрештәр уҙған айҙа инвалидлыҡ юллаған, бәлиғ булмаған бала ҡараусы пенсионерҙар һәм ауыл хужалығы өлкәһендә 30 йылдан ашыу хеҙмәт иткәндәргә ҡағыла. 📌 Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы старт ала. 📌 Баш ҡалала бөгөндән балалар баҡсаһы өсөн түләү күләме үҙгәрә. Документҡа ярашлы, хәҙер көнөнә 192 һум ҡарала. Республикала әле иң түбән хаҡтар Әбйәлил районында һәм Ағиҙел ҡалаһында -142 һәм 144 һумдан билдәләнә.