Белорет металлургия комбинатында металлургия колледжы студенттары практика үтә.
Белорет металлургия комбинатында металлургия колледжы студенттары практика үтә. Комбинатта ихтыяж ҙур булған металлургия етештереүе, металдарҙы өйрәнеү һәм термик эшкәртеү, электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү, металл эшкәртеү станоктары оператор-көйләүсеһе, электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер, ҡул һәм өлөшләтә механикалаштырылған иретеп йәбештереүсе һөнәрҙәре һәм башҡа йүнәлештәр буйынса уҡыған студенттар уҡыу-танышыу, производство һәм диплом алды практикаһын үтәләр. - Комбинаттағы практика студенттарға тәжрибә генә түгел, киләсәккә юл да аса: егет-ҡыҙҙарҙың уңыштарын иғтибар менән күҙәтәбеҙ һәм яҡшы яҡтан күрһәткән сығарылыш уҡыусыларын эшкә алырға әҙербеҙ», – тип билдәләне предприятиеның персонал менән эшләү идаралығы директоры Александр Кучеров.