Был аҙнала республикала көндәрҙең аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Ай уртаһында +20 градус ...
Был аҙнала республикала көндәрҙең аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Ай уртаһында +20 градус йылы торғандан һуң төбәккә һалҡын атмосфера фронты килә. Дүшәмбе, 19 октябрҙә, көндөҙ +8, +13° булыуы фаразлана. Шишәмбе, 20 октябрҙә, төндә термометр бағанаһы 0° тиклем төшә. Көндөҙ +6, +11° тирәһе була. Ел көнбайыштан. Шаршамбы, 21 октябрҙә, көндөҙ +9, +14 °, төндә +2, -3°. Был осорҙа яуым-төшөм көтөлмәй. Наиль Шакиров фотоһы.