🥒 Хәҙер ултыртһаң, сентябрҙә өлгөрә
🥒 Хәҙер ултыртһаң, сентябрҙә өлгөрә Июлдә икенсе тапҡыр ҡыяр ултыртырға мөмкин. Әммә ҡайһы бер сорттарын ғына! Көҙгә тиклем уңыш бирәсәк улар. Теща F1. Үҙенән-үҙе һеркәләнә торған гибрид. Артығын үҫмәй ҙә, һарғаймай ҙа. Күп итеп һыу һибеүҙе һәм туҡландырыуҙы ярата. Уның ҡарауы, мул уңыш бирә. Ажур F1. Ҡыяр ауырыуҙарға бирешмәй, көндөҙгө һәм төнгө температура тирбәлештәрен еңел кисерә, оҙаҡҡа киткән ҡоролоҡтан йәки ямғырҙан ҡурҡмай. Ултыртҡандың 35-40 көндән һуң уңыш бирә башлай. Ҡыярҙары татлы һәм эре (100 грамға тиклем) була. Баночный F1. Орлоҡтар шытып сыҡҡандан һуң 40 көнләп уҙыуға уңыш бирә. Температура тирбәлештәренә, ауырыуҙарға бирешмәй. Бик тәмле кыяр. Хәҙер ошо сорттарҙың береһен ултыртһағыҙ, сентябрь буйы яңя өлгөргән ҡыяр ашаясаҡһығыҙ.