8️⃣ 💍Бөгөн бөтә Рәсәй халҡы Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләнгәндә илебеҙҙә ...
8️⃣ 💍Бөгөн бөтә Рәсәй халҡы Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләнгәндә илебеҙҙә тағы ла өс яңы ғаилә барлыҡҡа килде. Йәштәр – Валерия Изранова һәм Владислав Попереков, Яна Яворская һәм Никита Коротков, Анастасия Кузнецова һәм махсус хәрби операция яугиры, ваҡытлы ялға ҡайтҡан кесе лейтенант никахтарын законлы теркәне. Парҙарҙы район Советы һәм хакимиәте исеменән район Советы рәйесе Дилә Хәмзина ҡотлап, яңы барлыҡҡа килгән йәш ғаиләләргә изге теләктәрен еткерҙе. - Һеҙҙе туй көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ. 2026 йыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителһә, бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләйбеҙ. Ихлас күңелдән бәхетле оҙон ғүмер теләйем. Бөгөнгө көн һеҙҙең тормошоғоҙҙа иң бәхетле көн булһын, тиҫтәләрсә йылдар үткәс тә, бөгөнгө көндө йылылыҡ менән иҫкә төшөрөргә яҙһын. Бер-берегеҙҙе хөрмәт итегеҙ, бер-берегеҙҙе яратығыҙ һәм бер-берегеҙгә тоғро булығыҙ. Яҡындарығыҙҙы хөрмәт һәм ихтирам итегеҙ һәм ҙур, татыу ғаиләлә йәшәгеҙ, матур, аҡыллы балалар үҫтерегеҙ, йортоғоҙҙан балалар тауышы тынмаһын, - тине Дилә Рәшит ҡыҙы. “Бөгөнгө ҡыуаныслы көнөбөҙ осраҡлы һайланманы, быға бер нисә сәбәп тә бар. Беренсенән, өс йыл элек нәҡ 8 июль көнө буласаҡ кәләшем менән танышҡайныҡ. Икенсенән, борон-борондан никахтың ҡурсалаусылары тип һаналған, православие изгеләре Феврония һәм Петр Муромскийҙарҙы иҫкә алыу көнөндә мөнәсәбәттәребеҙҙе теркәйбеҙ һәм дә байрам символы булған аҡ сәскә - Янаның яратҡан сәскәләре”, - ти Никита. “Мин был байрамды яратам һәм һәр ваҡыт тик ошо 8 һаны аҫтында ғына никахты теркәйәсәкбеҙ, тип хыяллана торған инем. Барыһы ла тап килде”, - ти йәш кәләш шатлығын йәшермәй. Тирләндән Яна һәм Никита Коротковтар туйҙарына етди әҙерләнгән. Хатта кәләштең гөлләмәһендә лә яратҡан аҡ сәскәләре бар, туй кортежында ла (биҙәгән таҫмаларында)изге байрам төҫө урын алған. Социаль селтәрҙәрҙә бер-береһен табып, ҡауышҡан Валерия менән Владислав өсөн 8 июлдең аҙна уртаһына, эш көнөнә тап килеүе бер ҙә ҡурҡытмаған. “Бөгөнгө матур датала яҙылашабыҙ, ә яҡындар, дуҫтар менән туй көнөбөҙҙө ялда байрам итәсәкбеҙ”, - тине йәштәр. Өсөнсө пар ҙа ғүмерҙәрендәге иң ҡыуаныслы көндәрен рәсми документҡа теркәне. Ике йыл алғы һыҙыҡта йөрөгән махсус хәрби операция яугиры һөйгәне менән мөнәсәбәттәрен рәсмиләштерҙе. - Туй көнөбөҙҙө алдан билдәләнек. Ҡыуанысҡа, ҡыҫҡа ваҡытлы ялым да тура килде. Быға тиклем бер үҙем булһам, хәҙер, яҡындарымдан башҡа, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуымды теләп торған яҡын кешем бар, - тине кесе лейтенант. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының бындай көндә никахын теркәү Ватанды һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау араһындағы өҙлөкһөҙ бәйләнеште һыҙыҡ өҫтөнә ала. Беҙ ҙә йәш парҙарҙы ҡыуаныслы көндәре менән ҡотлайбыҙ!