ЕЛӘК МӘЛЕ
ЕЛӘК МӘЛЕ Еләк мәле. Нисек ятмаҡ кәрәк, Урман-яландарға сыҡмайса! Әйтәләр ул: аяҡ атламағыҙ, Айыу апаларҙан ҡурҡмайса! Магнитмы ни, үҙҙәренә тарта Мең-мең сәскәләрҙең төҫтәре. Һауаларҙа аңҡып ҡына тора Турғай, шартыйҙарҙың еҫтәре! Тәбиғәткә сыҡһаң, онотола Өйөң, мәшәҡәтле тормошоң; Ҡоштар йыры, гүзәл тирә - яҡтар Биләп ала барлыҡ булмышың. Урман төпкөлөнә инмәҫмен, тип, Һүҙҙәр бирә-бирә сығабыҙ. Еләклеккә әүрәп, онотола, Һаҡ йөрөрмөн, тигән доғабыҙ. Беҙ ҙә бер аҙ хужа булайыҡсы Ситтә йөрөгөҙсе, айыуҙар! Еләк мәле, өйҙә ятҡы килмәй, Булһа ла күп кенә тыйыуҙар. Урман һауалары шифа ғына, Күпме йөрө - бөтмәҫ хәлдәрең. Ҡыш буйына һағынырбыҙ әле Йәйҙең еләк бешкән мәлдәрен! Флүрә МАЛИКОВА. Гульнара Кабирова фотолары.