🌧️ БАҪҠАҠ ЯМҒЫР
🌧️ БАҪҠАҠ ЯМҒЫР Яуа инде, яуа ямғырҙары, Күкрәмәй ҙә, яуа баҫырып, Ҡорғаҡһыған ине былтырғы йәй, Тупрағы ла туйҙы ахыры. Гөрләүектәр аға түтәл буйлап , Табылмай ҙа һеңер урыны, Яра һалған кеүек йыра-йыра Эҙләп китә берәй йырынын. Күкрәмәй ҙә яуа ямғырҙары... Гүйә улар, ҡыҫып тештәрен, Улҡайҙарын яуҙан өҙөлөп көткән Әсәйҙәрҙең әсе йәштәре... Гүзәл СИТДИҠОВА. 2022 йыл.