Сүп үләне кеүек ҡамасаулап ултырған, әммә файҙалы үлән – дегәнәк тураһында беләбеҙме? К...
Сүп үләне кеүек ҡамасаулап ултырған, әммә файҙалы үлән – дегәнәк тураһында беләбеҙме? Кейемгә сат йәбешеп, йәнгә тейһә лә, файҙалы ла. Сат йәбешкән ныҡыш кешегә лә дегәнәк кеүек йәбеште, тиҙәр. Дегәнәк тә беҙгә сат йәбешә. Әйтерһең дә, ҡара, мин һиңә кәрәк, ти. Дегәнәк — шифалы үҫемлектәрҙең береһе. Уның үҙенсәлектәрен барлап, халыҡтың дауа аяҡ аҫтында ғына тиеүенә йәнә бер инанаһың. Үҫемлектең тамыры ла, япрағы ла, орлоғо ла файҙалы. Дегәнәк япраҡтарының һуты ҡанды яҡшы таҙарта. Бигерәк тә фурункулездан, һытҡы сабыртмаларынан ҡотолоуҙа яҡшы сара. Аллергияға ҡаршы үҙенсәлеге булыуы менән айырыуса ҡиммәтле. Шулай уҡ тирене һәйбәтләүгә, инсулин бүленеп сығыуға булышлыҡ итә, һыу һәм тоҙ алмашыныуына ыңғай йоғонто яһай. Тамырының төнәтмәһен сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында һәр кем эсә ала, сөнки ул һауыҡтырыу үҙенсәлегенә эйә. Япрағы. Япрағының үҙе лә, һуты ла файҙалы. Йәшел, матур япраҡтарын йыйып, һыуыҡ һыуға ике сәғәткә һалып ҡуяһың. Ваҡытығыҙ булмайынса, берәр сәғәт артып китһә лә, ташламағыҙ. Йә ит үткәргестән, йә ваҡ итеп турап япраҡ бутҡаһы яһайбыҙ. Кемдә һут һыҡҡыс бар – шунан сығарабыҙ. Һут һыуытҡыста 5-6 көн тора ала. Артығын яһамайбыҙ. Кемдер ҡышҡылыҡҡа яһайым тиһә, 50/ 50 спирт менән ҡатыштырабыҙ. Кемдә һут һыҡҡыс юҡ, ҡул менән һығабыҙ. Ашар алдынан ике сәғәт ҡала бер аш ҡалағы ярты стакан һыуға һалып эсәбеҙ. Көнөнә ике-өс тапҡыр эсһәң дә була. Балаларға бер аш ҡалағы. Профилактика өсөн дә, дауаланыу өсөн дә файҙаһы күп. Көслө сирең булғанда икешәр ҡалаҡ эсергә мөмкин. Кемдер эсеп ҡарар ҙа ташлар. Тәмле ашарға өйрәнгән организм ҡаршы килә башлар, әсене ҡабул итмәҫ. Шулай ҙа файҙаланыуҙы туҡтатмағыҙ. Уның файҙаһын эскән көндә үк һиҙеп булмаҫ. Ә бер-ике аҙнанан бөйөрҙәге таштар ирер, бауырҙан, үт ҡыуығынан застой китер, ашҡаҙан сәғәт һымаҡ эшләй башлар. Организм көс йыя, сөнки дегәнәк япрағы иммунитетты ныҡ күтәрә. Уның составында организмдың иммунитеты өсөн яуап бирә торған С витамины күп. Йәй буйы эсеп, көҙ тәнегеҙҙән, ағзаларығыҙҙан бер сир ҙә тапмаһалар, дегәнәккә барып баш эйергә, рәхмәт әйтергә онотмағыҙ. Хатта ревматизм, артрит кеүек сирҙәрҙең дә сигенеүҙәре билдәле. Япраҡтарын парландырып ауыртҡан быуындарға бәйләгәндәр. Дегәнәктең япрағын шулай уҡ сәс ҡойолғанда ла ҡулланырға кәңәш ителә. Баҡсаңда дегәнәк үҫә икән, йолҡоп ташларға ашыҡма, эйелеп өҙөп, файҙалан ғына. Ә дегәнәктең орлоҡтарынан май яһайҙар. Ул майҙы яраларға, ауыртҡан быуындарға һөртәләр. Тамырының файҙаһы ла ныҡ ҙур. Сентябрь-октябрь айҙарында тамырын ҡаҙып алып, тышын таҙартаһың, ҡояш төшмәгән, елләп торған ерҙә киптерәһең. Шунан инде бер сәй ҡалағы ваҡланған тамырҙы бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтәһең. Әлбиттә, теләһә ҡайһы үләнде дауаланыу өсөн дә, организмдың иммунитетын күтәреү өсөн эскәндә лә организмда ниндәйҙер дәрәжәлә үҙгәрештәр башланырға, сирҙәр ҡуҙғалырға мөмкин. Шуның өсөн ундай көслө үләндәрҙе эскәндә ҡорһаҡты тыйып торорға, ҡамыр, ит ризыҡтарын, колбаса һәм тәмле ризыҡтарҙы кәметһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр. Файҙаһыҙ ризыҡтарҙы кәметһәк, дегәнәккә организмды нығытырға, дауаларға ярҙам итәбеҙ. Кемдер "мин беләм" тиер. Афарин! Икенселәр иренеп, йөрөмәйем тиер. Үкенесле. Кемдер ең һыҙғанып тотонор. Үҙегеҙгә рәхмәт әйтер көндәрегеҙ алда әле! Фото: Интернеттан.