Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яңы тарихтары. Уларҙың һәр наг...
Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яңы тарихтары. Уларҙың һәр наградаһы – батырлыҡ һәм бурысына тоғролоҡ. Тап шундайҙар дөйөм Еңеүҙе яҡынайта. Белорет районынан "Пчела" позывнойлы махсус хәрби операция яугирына генерал Шайморатов миҙалы тапшырылды. Уның иңендә армияла разведка хеҙмәте, Кавказ (ике йыл) һәм Сүриәгә (10 ай) командировка. 2022 йылда "Пчела" тәүге доброволецтар сафына инә. Һуғыштарҙың береһендә дүрт ауыр яраланған иптәшен һуғыш яланынан алып сыға һәм контузияға ҡарамаҫтан, дошман терәк пунктын штурмлауға етәкселек итә. ЦУР Башкортостан.