БЕСӘН
БЕСӘН Болон йәмләр үлән - кәбәндәрҙә, Ҡалҡып ҡына килә йәш ҡурпы, Сабынлыҡты ялмап томан ала - Елбәҙәккәй генә аҡ ҡырпыу. Киске тауыш китә әллә ҡайҙа - Ат бышҡыра, сыңлай зыңғыры, Кемдер кемгә хәбәр бирә буғай - Арғы яҡта ҡуя һыҙғырып. Эңер көйләй ана, сөр-сөр итә, Юл буйына килә оҙатып, Бесән еҫе, урман, йылға еҫе... Ҡояш бата, шәфәҡ ҡуҙлатып. Шатлыҡтар ҙа була икән моңһоу, Бесән бөттөк , индән эш төштө, Томандарҙың дымы ултырҙымы - Керпегемдән өҙөлөп йәш төштө. Томан арттарында тороп ҡалды Иңле-иңле бакуй һалыуҙар, Салғыларҙы сыңлатып яныуҙар, Күбә һуғып арыу-талыуҙар... Июль, июль...Инде малым да юҡ, Кәрәк түгел бесән сабаһы, Ялан күрһәм - килә салғы тотҡом, Рәттәр күрһәм - күбә һалаһы. Шәфәҡ кеүек алһыу төҫкә буяй Үткәндәрҙе бөгөн һай хәтер: Михнәте лә бесән эшләүҙәрҙең Булған икән йәшлек рәхәте. Һынай ине бесән һәр берәүҙе, Әйтәм әле берҙе биш итмәй: Иң-иң иҫтә нимә тиһегеҙме - Сабынлыҡта элгән бишектәр... Гүзәл СИТДИҠОВА. Ғүмерем бер генә, ҡәҙерен бел генә!