⛽ Башҡортостанда яғыулыҡ менән хәл яйлап яҡшыра
⛽ Башҡортостанда яғыулыҡ менән хәл яйлап яҡшыра Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт министры урынбаҫары Эдуард Мостафин әйтеүенсә, бөгөн иртән яғыулыҡ менән өҙөклөктәр 10 муниципалитетта теркәлгән. Проблемалы биләмәләргә бензовоздар ебәрелгән. Стәрлетамаҡҡа өҫтәмә рәүештә Өфө өсөн тәғәйенләнгән яғыулыҡтың бер өлөшө йүнәлтелгән. Оператив штаб һәм ҡала хакимиәте вәкилдәре ҡалалағы 34 яғыулыҡ ҡойоу станцияһын тикшергән. Ҡайһы бер АЗС-тарҙа сиратта 50–60 автомобиль торған. Приют ҡасабаһында көндөҙ сиратта яҡынса 20 машина булған. Комсомол урамындағы яғыулыҡ ҡойоу станцияһы резервуарҙарҙы йыуыу өсөн бер аҙнаға ябылған, тағы бер АЗС-та тик дизель яғыулығы ғына ҡалған. Бөтәһе Бәләбәй районында 9 АЗС эшләй. Хәл контролдә тотола.