Кисә Өфө – Инйәр – Белорет трассаһының 109-сы саҡрымында үлемесле авария теркәлде. Респ...
Кисә Өфө – Инйәр – Белорет трассаһының 109-сы саҡрымында үлемесле авария теркәлде. Республика Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, унда «Москвич 3» менән «ГАЗель Некст» бәрелешкән. Еңел автомобиль рулендәге 49 йәшлек ҡатын ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм йөк машинаһына барып бәрелгән. Ул алынған йәрәхәттәрҙән урында йән биргән. Ике пассажиры дауаханаға оҙатылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре фажиғә сәбәптәрен асыҡлай. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү алып барыла.