Ҡаршылыҡтар менән йүгереү һәм спорт ориентирлашыуы буйынса ярыш, билдәле кешеләр менән ...
Ҡаршылыҡтар менән йүгереү һәм спорт ориентирлашыуы буйынса ярыш, билдәле кешеләр менән аралашыу, күсмә уйындар, иң яҡшы артистар менән асыҡ һауала дискотека – былар барыһы ла «Za единство – Za берҙәмлек» фестивалендә мотлаҡ булсаҡ, тип раҫлай Йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров. 35 йәшкә тиклемгеләр өсөн бында теркәлеү үтергә: https://clck.ru/3UYRH3 Үҙ проектыңа 1 миллион һум бында алырға мөмкин: https://clck.ru/3UYb28