Иғтибар, эҙләү!
Иғтибар, эҙләү! Район буйынса эске эштәр бүлеге хәбәрһеҙ юғалған 1986 йылғы Кинстлер Алексей Адольфовичты эҙләй. Ул 2026 йылдың 13 авгусында Башҡортостан Республикаһы, Белорет районы, Яңы Абҙаҡ ауылы, 1-се Тау урамы, 6 адресы буйынса урынлашҡан йорттан сығып киткән һәм шул ваҡыттан алып уның ҡайҙа булыуы билдәһеҙ. Билдәләре: 40 йәштә, буйы180-185 см, тығыҙ кәүҙәле, ҡыҫҡа итеп ҡырҡылған ҡара сәсле, күкрәгендә «Дагестан» тип яҙылған татуировкаһы бар. Кейеме: ҡара футболка, ҡара шорты, күк сланцы. Алексей Кинстлерҙың ҡайҙа булыуы тураһында мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, түбәндәге телефондар буйынса хәбәр итегеҙ: Дежур бүлек: 8(34792) 4-24-02 Енәйәтте тикшереү бүлеге: 8(34792) 4-01-86, 8-906-103-88-54.