Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, үҫмерҙәрҙе социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар аш...
Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, үҫмерҙәрҙе социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар аша енәйәттәргә йәлеп итеү осраҡтары йышайған. Эшкә алыусылар йәштәрҙе теракттарға, диверсияларға этәрә. Ата-әсәләр, әгәр бала ҡапыл үҙгәрһә, үҙенә бикләнһә, һаҡ булырға тейеш. Һәр сигнал хәүеф тураһында әйтмәй, әммә уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Йәштәрҙе енәйәтселәрҙән нисек һаҡларға? Сығыу юлы бар. "Выход31" проекты вербовкалау ынтылыштарын танырға, хәйләләргә бирешмәҫкә һәм хәүефле хәлдә ярҙам һорап ваҡытында мөрәжәғәт итергә ярҙам итә. Тулыраҡ инструкциялар выход31.рф сайтында Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: диверсия йәки теракт өсөн яза – 10 йылдан 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү, хатта ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыу. Уларға ярҙам иткәндәргә – 7-нән 20 йылға тиклем.