Баланы интернетта нисек һаҡларға?
Баланы интернетта нисек һаҡларға? Уға интернетта була торған хәүеф тураһында ябай ғына һүҙҙәр менән һөйләгеҙ. Үҙ миҫалығыҙҙа ниндәй сайттар һәм ҡушымталар хәүефһеҙ, ә ҡайһыларынан ҡасыу яҡшыраҡ икәнен күрһәтегеҙ. Әгәр интернетта ниндәйҙер хәүеф тойһа, шунда уҡ аралашыуҙы туҡтатһын. 2026 йылдың тәүге 6 айында ғына Рәсәйҙә интернет‑енәйәтселәрҙән 6 меңгә яҡын бала зыян күргән. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтан 16 йәшлек үҫмер ҡыҙ үҙе лә һиҙмәйенсә мутлашыусыларға ярҙам иткән. Улар сәскәләргә ташлама вәғәҙә итә, ә һуңынан полиция хеҙмәткәрҙәре булып ҡыҙҙан әсәһенең карта мәғлүмәттәрен һәм СМС-кодтарын һорап алып, 140 мең һум аҡсаһын урлайҙар. Балаларығыҙ менән бергә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова‑Белованан кибер хәүефһеҙлек буйынса видеодәрестәрҙе ҡарағыҙ. Беренсе сығарылышта мутлашыусылар, хәүефле челлендждар, вербовка һәм зарарлы контент тураһында. Таныштарығыҙға ла ошо видеояҙманы ебәрегеҙ - балаларҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итер!