Һайлауҙа ҡатнашыусылар ҡиммәтле бүләк ота ала.
Һайлауҙа ҡатнашыусылар ҡиммәтле бүләк ота ала. Тауыш биреү көндәрендә “Рәхмәт” акцияһы уҙғарыла. Тауыш биреүсегә һайлау участкаһында махсус купондар тапшырыла. Ул бихисап урындарҙа ташлама алырға мөмкинлек бирә. “Рәхмәт” акцияһында ҡала һәм райондарҙан эшҡыуарҙар ҙа ҡатнаша. Башҡортостан халҡы 18, 19, 20 сентябрҙә Дәүләт думаһына депутаттар һайлай. Шулай уҡ Өфө ҡала советына, Урал аръяғы округы буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һәм райондарҙағы үҙидара вәкилдәрен өҫтәмә тауыш биреү була.