Хөсәйен ауылы — ҡасандыр гөрләп торған, бөгөн дә үҙенең берҙәмлеге менән айырылып торға...
Хөсәйен ауылы — ҡасандыр гөрләп торған, бөгөн дә үҙенең берҙәмлеге менән айырылып торған ауыл. Бында йолаға тоғролоҡ юғалмай: йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә ауыл урамдарын һәм йылға буйҙарын таҙартырға ауыл халҡы берҙәм сыға. . Ял көндәрендә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә үткән өмәгә ауылдың уңғандары дәррәү сыҡты. Ҡояшлы, йылы көндө файҙаланып, ир-аттар ҙа, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа йыйылды. Эш ҡыҙыу һәм ойошҡан рәүештә барҙы. Ауыл эсендәге юл ситтәре тиҙ арала сүп-сарҙан таҙартылды. Әммә Хөсәйен ауылы халҡы өсөн был көн сүп-сар йыйыу менән генә сикләнмәне. Урындағы традицияға тоғро ҡалып, өмә — ул беренсе сиратта күмәкләп эшләү, донъяны йәмләү сараһы. Эш араһында йәнле әңгәмәләр ҡоролдо, кәңәшләшеп алыуҙар, күрше-күләндең хәл-әхүәлен белешеүҙәр үҙе бер йәм өҫтәне. «Бына шулай бергә тотонғанда, бөтәһе лә ырай. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тигән бит боронғолар. Көнө лә матур, күңелдәр ҙә көр», — тип уртаҡлашты өмәнең әүҙем ҡатнашыусылары. «Афарин, ауылдаштар! Ошо дәрт һүрелмәһен, ауылыбыҙ һәр ваҡыт таҙа, күркәм булһын!» — тип йомғаҡланы сараны ойоштороусылар. Хөсәйендә өмәләр йыш булып тора, һәм был — ауылдың киләсәге яҡты, ә берҙәмлеге ныҡ булыуына тағы бер дәлил.