Башҡортостан: аҙнаның төп ваҡиғалары
Башҡортостан: аҙнаның төп ваҡиғалары Башҡортостан фәнни-технологик үҫеште идара итеү йәһәтенән Рәсәй төбәктәренең топ-10 исемлегенә инде. Республиканы Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Түбәнге Новгород өлкәләре, Красноярск крайы менән бер рәттән ҡуйҙылар. Рәсәй Президенты Хакимиәтендә Өфөлә ШОС саммитына әҙерлек буйынса эш кәңәшмәһе үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң танылған конгресс үҙәге булыуын билдәләне: 2015 йылғы ШОС һәм БРИКС саммиттарынан һуң ҡалала ҡунаҡхана һәм туристик инфраструктура етди үҫеш алды, саралар өсөн яңы заманса майҙансыҡтар булдырылды. Радий Хәбиров вице-премьер Александр Шельдяевты республика Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылыш 36-сы ултырышында депутаттар Андрей Назаровты төбәк парламенты рәйесе итеп бер тауыштан һайланы. Башҡортостан Башлығы төбәктең стратегик объекттарын һаҡлауҙы көсәйтергә ҡушты. Оператив штаб ултырышында министрлыҡтар, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм оператив хеҙмәттәр етәкселәре ҡатнашты. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге волонтерлыҡ штабтарына 4 йыл тулды. Республикала 71 штаб эшләй, был — 23 мең битараф булмаған кеше тигән һүҙ. 2025-2026 йылдарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 7 986 ғаиләһе «шайморатовсылар»ҙан ярҙам алды. Махсус хәрби операция зонаһына һәм сик буйы райондарына 186 республика гуманитар конвойы оҙатылды. 24-26 сентябрҙә Өфөлә үҫмерҙәрҙең «Труд в ТОПе!» Бөтә Рәсәй хеҙмәт отрядтары слеты үтте, ул Рәсәйҙең 60 төбәгенән 350 ҡатнашыусыны берләштерҙе. Программала - һөнәри оҫталыҡ конкурстары, ижади фестиваль, етәкселәр кәңәшмәһе һәм экскурсиялар ҡаралғайны. Башҡортостан вәкиле Полина Дмитриева Сенегалда үтәсәк IV йәйге үҫмерҙәр Олимпия уйындарында Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ. Милли команда составы Рәсәй Олимпия комитеты башҡарма комитеты ултырышында рәсми раҫланды. «Башҡорт вахтаһы» проекты төбәктең хеҙмәт баҙарына 700-гә яҡын белгесте ҡайтарҙы. Ике йыл эсендә проект 8,5 меңгә яҡын кешене үҙ эсенә алды. Башҡортостанда XXXVI Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтә. Ул Өфөлә тыуған яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Сергей Аксаковтың тыуыуына 235 йыл тулыуға арналған.