27 сентябрҙә Рәсәйҙә һөнәри байрам — Тәрбиәселәр һәм бөтә мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәт...
27 сентябрҙә Рәсәйҙә һөнәри байрам — Тәрбиәселәр һәм бөтә мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Байрамдың төп маҡсаты - ошо өлкәлә эшләүселәрҙең хеҙмәтенә иғтибарҙы йәлеп итеү. Мәктәпкәсә йәш - һәр баланың тормошонда яуаплы осор. Был ваҡытта шәхес формалаша һәм сәләмәтлек нигеҙе һалына. Шуға күрә сабый янында ысын тәрбиәсе һәләтенә эйә булған аҡыллы, яуаплы, иғтибарлы, сабыр һәм баланың эске донъяһын аңлай белгән кеше булыуы мөһим. Белорет ҡалаһының 29-сы «Еләк» («Ягодка») балалар баҡсаһы мөдире, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Белорет ҡалаһындағы бүлексә ағзаһы Ольга Александровна Желнина тәрбиәселәр командаһының нәҡ шундай - яуаплы, ижади һәм тәрбиәләнеүселәренә иғтибарлы булыуы өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Балалар баҡсаһы, биләмәһе тәрбиәселәр һәм хеҙмәткәрҙәр ҡулы менән әкиәти төҫ алған, йәшеллеккә, сәскәләргә һәм әкиәт геройҙары фигураларына күмелгән. Балалар баҡсаһы коллективын ҡотлап, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Ирина Ванина партияның Белорет районы буйынса урындағы бүлексәһе секретары Азат Хәкимовтың Рәхмәт хатын һәм физкультура дәрестәре өсөн спорт инвентарын тапшырҙы. - «Берҙәм Рәсәй» партияһы «Халыҡ программаһы» положениелары аша мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереүҙе айырым контролдә тота. Балалар баҡсаларының инфраструктураһын үҫтереү һәм педагогтарға ярҙам итеү - партияның төп өҫтөнлөктәренең береһе. Сикһеҙ сабырлығығыҙ, күңел йылығыҙ һәм зирәклегегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Һеҙ - балалар баҡсаһының йөрәге! Барығыҙға ла кәйеф, ныҡлы һаулыҡ, илһам һәм ижади уңыштар теләйем. Һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!, - тип билдәләне. #ЕРБелорецкийРайон #ЕРДеньВоспитателя